«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путинды Свеаборг ҡәлғәһенә алып барҙылар



22.08.2019 Владимир Путинды Свеаборг ҡәлғәһенә алып барҙылар

Рәсәй Президенты Европа буйлап байтаҡ саҡрым үтте. Франциянан һуң ул төньяҡҡа юлланды.

Владимир Путинды Финляндия Президенты Саули Ниинистё көтә ине. Хельсинкиҙағы күркәм һарайҙа барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, ике Президент журналистар һорауҙарына яуап бирҙе. Унан һуң катерға ултырып Свеаборг ҡәлғәһендәге причалға киттеләр һәм аралашыу шунда дауам итте.

Ниинистё әфәнде беҙҙекен русса сәләмләп ҡаршыланы.

- Беҙ һеҙҙең Франциялағы сәфәрегеҙҙе бик ентекле күҙәтеп барҙыҡ. Аңлауыбыҙса, ул уңышлы үтте. Хәҙер беҙгә уңышлы осрашыуҙар бик кәрәк, - тине Финляндия башлығы.

- Саҡырыуығыҙға рәхмәт. Беҙҙең Финляндия менән мөнәсәбәттәр яҡшы ғына үҫә, төрлө йүнәлеш буйынса ла. Беҙ үҙ-ара бәйләнештәр кимәле менән ҡәнәғәт, - тине яуап итеп Владимир Путин. Аҙаҡтан финсалап, кiitos, тип өҫтәне. Йәғни, рәхмәт, тине.

Ике Президент бик яҡшы итеп һөйләшкән. Бәйләнештәрҙә проблема юҡ. Тауар әйләнеше үҫә. Берлектә проекттар ғәмәлгә ашырыла. Артабан да бергә эшләргә план ҡорғандар. Финдар беҙгә ҡалдыҡтар менән эш итергә өйрәтәсәк. Көҙөн беҙҙең 30-лап төбәк вәкиле Финляндияға барып, тәбиғәтте һаҡлау тармағында тәжрибә өйрәнәсәк.

Владимир Путин әйтеүенсә, сентябрҙә Тула ҡалаһында 20-се тапҡыр Рәсәй - Финляндия мәҙәниәт форумы үтәсәк. Киләһе йыл Финляндияла Карелия республикаһы көндәре лә күҙаллана. Фән һәм мәғариф өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Туризм тармағында ла уртаҡлашыр нәмәләр етерлек. Планда тағы әллә күпме берлектәге сара бар.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға