«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Биш йәшлек баланы шкаф баҫҡан, ҡыҙ үлгән



21.08.2019 Биш йәшлек баланы шкаф баҫҡан, ҡыҙ үлгән

Ҡыҙыҡай алты йәшлек ағаһы менән бүлмәлә уйнап йөрөгән.


Балалар уйын менән мауығып киткән. Ҡыҙыҡай шкафҡа менгән һәм унан батутҡа һикергән. Шул саҡта шкаф баланың өҫтөнә ауған. Үкенескә күрә, ҡыҙыҡай йән биргән.

Был ғаилә имен тип иҫәпләнә. Фажиғә мәлендә ата-әсәнең береһе күрше бүлмәлә булған.


«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә», — тип яҙа «Башинформ» агентлығы.

һуңғы көндәрҙә бала үлеме осраҡтары артты. Яңыраҡ Өфөлә тәҙрә аша икенсе ҡаттан ҡолап төшкән 1 йәш тә 8 айлыҡ бала йән бирһә, Учалыла эсемлегенә ынтылған 1 йәшлек бәпес сәсәп, яҡты донъя менән хушлашты.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға