«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ундай табышҡа юлығырға Хоҙай ҡушмаһын!



21.08.2019 Ундай табышҡа юлығырға Хоҙай ҡушмаһын!



19 августа Стәрлетамаҡ районында юлдан алыҫ түгел урманда ир кешенең үле кәүҙәһе табыла. Мәйеткә урындағы кешеләр барып юлыға. Ул простыняға һәм балаҫҡа төрөлгән була. Аяҡ-ҡулдары бау менән бәйләнгән, өҫтөндә бер кейеме лә булмай.
Ваҡиға урынына килеп еткән полицейскийҙар һәм криминалистар ирҙең күкрәк тәңгәлендә ике тапҡыр бысаҡ менән сәнселгән яра эҙҙәрен теркәй. Уның Көйөргәҙе районынан 33 йәшлек уҙамандың мәйете булыуы ла асыҡлана.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға