«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай руднигында авария булған...



21.08.2019 Сибай руднигында авария булған...

Тағы ла Сибай... Тағы ла ошо ҡала халҡына...

Баҡһаң, 24 июлдә Сибай ер аҫты руднигында авария булған. Һөҙөмтәлә шахталағы һыуҙар ҡаланың таҙартыу ҡоролмаларына (очистные сооружения) эләккән.

Ә бысранған һыу тураһында 19 августа ғына мэрия кәңәшмәһендә һөйләгәндәр.

"Сибайводоканал" предприятиеһы директоры әйтеүенсә, авария булғас, һыу йылғаға (Ҡарағайлының һыуы һары икәнен күптәр күреп аптыраған) аҡҡан, бысраҡлыҡ концентрацияһы бөтә норманан ашҡан булған.

Сағыу һары төҫтәге торба һыуҙары йылғаға аҡһынсәле! Ундағы баҡыр концентрацияһы күләме норманан 200 тапҡырға артҡан! Марганец - шулай уҡ 200, сульфат-ион - 10, тимер - 10 мең тапҡырға артыҡ булған.

Йылғаны тулыһынса таҙартыу өсөн өс ай самаһы ваҡыт кәрәк!

УГОК-ка штраф һалынған. Яҡынса зыян 5 - 10 миллион һум.

Ә йылғала бысраҡ һыу ҡайҙан ҡайҙа тиклем аҡҡанын кем иҫәпләй?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға