«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баланы тапатҡан , әммә шартлы рәүештә хөкөм ителгән



21.08.2019 Баланы тапатҡан , әммә шартлы рәүештә хөкөм ителгән

Өфөлә быйыл майҙа «Мир» фирмаһы туҡталышы эргәһендә 9 йәшлек велосипедсы малайҙы бәрҙергән ҡатынға суд булды. Уны ике йылға шартлы рәүештә хөкөм иткәндәр, малайҙың ата - әсәһенең һәр береһенә 500 әр мең түләргә тейеш.

Билдәле булыуынса, иртәнсәк мәктәпкә велосипедында барған 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы юл киҫелешен светофорҙың «йәшел уты»на үткән. Уны «Nissan X-Trail» автомобиленә идара иткән ҡатын аңғармай тапатҡан.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина.
Фото: ГИБДД по Республике Башкортостан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға