«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Керән тамыры ниндәй ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланыла?



21.08.2019 Керән тамыры ниндәй ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланыла?


Күптәрҙең баҡсаһында керән (хрен) үҫәлер. Ғәҙәттә, беҙ уның япрағын һәм тамырын йәшелсә-емеш тоҙлағанда, салаттар эшләгәндә ҡулланабыҙ. Ә халыҡ медицинаһы уны төрлө ауырыуҙан шифаһы булыуын да билдәләй. Керән тамырының файҙаһы ҙур. Тик ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән сирләүселәргә керән тамыры һуты ярамай.
Гипертониянан. 100 г керән, кишер, сөгөлдөр һутын һығып алып, ярты стакан бал һәм ярты лимон һуты ҡушырға. Килеп сыҡҡан шифалы эсемлекте көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Астманан. Өс лимон һутын һығып, 150 г керән бутҡаһы менән ҡушырға һәм ашарҙан алда көнөнә бер тапҡыр бер балғалаҡ ашарға.
Туберкулездан. 1:1 нисбәтендә бал менән керән тамыры һутын ҡушып болғатырға һәм көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – ике ай. Һуңынан ике аҙна ял итеп алғандан һуң, тағы бер курс эсергә мөмкин.
Артрит, радикулит, мускулдар ауыртыуынан. Керән тамыры һутын һығып алып ауыртҡан урындарға компресс эшләргә мөмкин. Шулай уҡ япрағын да ҡуйырға ярай. Был ауырыуҙар киҫкенләшкән ваҡытта туҡланыу рационына ашҡа өҫтәмә рәүешендә керәнде индереү яҡшы һөҙөмтә бирә.
Үксә тибенгеһенән. 1 кг ваҡланған керән тамырына 2 литр ҡайнар һыу ҡойоп, болғата-болғата бер тәүлек төнәтергә. Һуңынан төнәтмәне һөҙөп алып, талғын утта йылытырға һәм 1 кг бал ҡушып болғатырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда ¼ стакан эсергә.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға