«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Министр китте, министр килде...



21.08.2019 Министр китте, министр килде...

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин отставкаға китә, тип яҙғайныҡ инде. Ул китте. "Изге урын" буш торорға тейеш түгел.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ведомство етәксеһен тәғәйенләне. Ул - Фәрит Ғилманов. Әлегә и.о. булып торасаҡ.

Ғилманов быйыл февралдән алып Карпухиндың урынбаҫары ине. Уға тиклем Салауат ҡалаһы мэры булды.

Фәрит Фәррах улы Ишембай районының Ҡыҙыл Октябрь ауылында тыуған. Санкт-Петербургта РФ Эске эштәр министрлығының янғын хәүефһеҙлеге институтын, шул уҡ ҡалала Рәсәй МЧС-ының дәүләт янғын һағы университетының адъюнктураһын тамамлаған. Педагогия фәндәре кандидаты. Республика МЧС-ында яуаплы вазифалар башҡарған.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға