«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ЗАГС-ҡа ... оло йөк машинаһында!



21.08.2019 ЗАГС-ҡа ... оло йөк машинаһында!

Иваново өлкәһенән дальнобойщиктың туйы тураһында видео тарлғандан-тарала. Йәштәр ЗАГС-ҡа оло йөк машиналары кортежында бара.


Вичуга ҡалаһында йәшәүсе дальнобойщик туйын үҙенсәлекле итеп уҙғарырға теләй. Ҡыуаныслы тантана өсөн ғәҙәти лимузинға түгел, ә габаритлы оло йөк машиналарына заказ бирә. Үҙе был өлкәлә эшләгәнгә күрә, бындай транспортты табыу ауырлығы килеп тыумай.

Өс тягач менән ЗАГС-ҡа барыу, ҡала буйлап йөрөү, әлбиттә, күп яғыулыҡ талап итә. Йәштәрҙең туйы бик күптәрҙең иҫендә ҡаласаҡ, сөнки креатив туй ҡунаҡтарға ғына түгел, ә ҡала халҡына ла бик ныҡ оҡшаған.

Июнь айында ошондай уҡ туй Силәбе өлкәһенең Ҡарталы ҡалаһында үткәйне. Унда егеттең коллегалары йөк машиналарын биҙәп, ҡала буйлап сигнал биреп йөрөгәйне.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға