«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бер сауҙа үҙәгендә парковка түләүлегә әйләнде



20.08.2019 Тағы бер сауҙа үҙәгендә парковка түләүлегә әйләнде

20 августан алып Өфөләге “Планета” сауҙа үҙәгендә ер аҫты парковкаһы түләүле була башланы. Быға тиклем халыҡ машинаһын ер аҫтында бушлай ҡалдырып китә алһа, хәҙер күп кимәлле һәм ҡыйыҡтағы туҡталҡалар ғына түләүһеҙ.


Паркоматта хаҡтар әлегә тешләшмәй – тәүге 3 сәғәте бушлай, ә 4-се сәғәттән башлап 50 һум түләргә кәрәк. Ер аҫты парковкаһы иртәнге туғыҙҙан төнгө өскә тиклем эшләй.

“Көпә-көндөҙ халыҡты талау! Ҡайһы берҙә сауҙа үҙәгендә балалар менән көн уҙғарам. Ҡышҡыһын ҡыйыҡтағы парковкаға машина ҡуйып туңдырырға алйотмы әллә мин?!” – тип яҙа бер ир.

“Минеңсә, парковка өсөн ҡиммәт түгел. Башҡалар менән сағыштырып ҡарағанда, күпкә арзан, етмәһә, өс сәғәттән һуң ғына түләүле ваҡыт башлана” - ти яҙыусылар ҙа бар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға