«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үлем язаһынан ҡотолоп ҡалған ир ҡыҙ баланы көсләгән



20.08.2019 Үлем язаһынан ҡотолоп ҡалған ир ҡыҙ баланы көсләгән

Удмуртияла ауыр енәйәттәре өсөн хөкөм ителгән был иргә 1998 йылда үлем язаһын биреп, һуңынан ярлыҡаған булалар.


Өс йыл элек амнистия буйынса иреккә сыҡҡан әҙәм ете йәшлек ҡыҙҙы көсләй. Енәйәт Глазов ҡалаһында ҡылына. Балалар майҙансығында уйнап йөрөгән ҡыҙға ир тәмлекәстәр һатып алырға һәм аттракционда йөрөтөргә вәғәҙә итә. Бала ышана һәм таныш булмаған кешенең артынан эйәрә...

Ҡара эшен ҡылғас, енәйәтсе ҡасыу яғын ҡарай. Ә бала илай-илай яҡындағы магазинға инә һәм һатыусынан ярҙам һорай. Ҡатын шунда уҡ полицияға шылтырата.

Енәйәтсене күҙәтеү камераларынан ҡарап асыҡлайҙар. 56 йәшлек ир бер ҡайҙа ла эшләмәгән, яңғыҙы йәшәгән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға