«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Валерий Ничушкин "Даллас"ты “Колорадо”ға алмаштырҙы



20.08.2019 Валерий Ничушкин "Даллас"ты “Колорадо”ға алмаштырҙы

Рәсәй хоккейсыһы Валерий Ничушкин карьераһын НХЛ-дың “Колорадо” клубында дауам итәсәк.
24 йәшлек һөжүмсе быға тиклем “Даллас” клубында уйнай. Уҙған миҙгел улар составында 50 осрашыу уҙғарып, бер шайба ла индермәй, 10-нда ғына булышлыҡ итә. Уның “Даллас” клубы менән контракты тағы бер миҙгел булырға тейеш ине. Әммә команда етәкселеге килешеүҙе өҙә һәм Ничушкин алдан һөйләшеү буйынса уларҙан ике йыл һуҙымында 1,4 миллион доллар аҡса аласаҡ. Ә инде әлеге командаһы менән ул бер миҙгелгә килешеү төҙөй һәм 850 мең доллар һуғасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға