«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вахтасылар тағы аварияға осраны



20.08.2019 Вахтасылар тағы аварияға осраны


Һәр айҙың 20 көнө етеп килгән һайын, ҡурҡып торола. Сөнки бик күп ойошмаларҙа вахта алмашына. Был айҙа иһә Себергә юл тотҡан вахтасылар аварияға осраны. Өфөнән Түбәнге Варта ҡалаһына юлланған микроавтобус Силәбелә юл фажиғәһенә тарый.


Автобус төнгө берҙә, арттан килеп төкөгән КАМАЗ (мусоровоз) арҡаһында, ҡабырғаһына ауа. Салонда 12 пассажир һәм 2 водитель була. Әлеге лә баяғы эшкә тип юлланған вахтасылар араһында бер ҡыҙға ни бары 17 йәш. Авария урынында 10 “Тиҙ ярҙам” бригадаһы эшләй, 13 кеше төрлө йәрәхәт алған, 6 пассажир дауаханаға оҙатыла – икәүһенең хәле ауыр тип баһалана.

ГТРК «Южный Урал» хәбәр итеүенсә, мусоровоз водителе үҙен сәйер тотҡан. Иргә алкоголь һәм наркотик тикшереүен уҙғаралар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға