«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Айыҡ ауыл" конкурсында тотош район менән ҡатнашалар!



20.08.2019 "Айыҡ ауыл" конкурсында тотош район менән ҡатнашалар!

«Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсының район этабына заявкалар ҡабул итеү тамамланды.
Барлығы 53 райондан 400-ҙән ашыу ауыл сарала ҡатнашырға теләк белдергән. Иң күп заявкалар Илеш районынан – 22 ауыл. Ауырғазы һәм Яңауылда – 18-ҙәр ауыл. Ә Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез райондарынан 16-шар ауыл айыҡлыҡ буйынса көс һынашмаҡсы.


Ҡайһы бер райондар тулыһынса ҡатнашырға уйлай – Стәрлебаш районының барлыҡ 15 ауыл биләмәһе лә теләк белдергән. Шулай уҡ, Благовар, Благовещен, Ейәнсура райондарынан тәүге этапҡа 15-шәр заявка ҡабул ителгән.

Әйткәндәй, Ейәнсурала, район башлығы инициативаһы буйынса, райондың приз фонды булдырылған. Район этабында еңеүселәр I – III урындар өсөн 300 мең, 200 мең һәм 100 мең һум күләмендә аҡса отасаҡ. Район этабы 19 ноябрға тиклем дауам итәсәк. Ә республика этабында ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 декабрҙә старт аласаҡ.

Конкурсты ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын башҡарма комитеты менән берлектә БР Башлығы Хакимиәте, муниципаль район хакимиәттәре, БР ғаилә һәм хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Баҫма һәм киң матбуғат саралары агентлығы сығыш яһай.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға