«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өс секундҡа сирена ҡысҡырасаҡ



20.08.2019 Өс секундҡа сирена ҡысҡырасаҡ

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн һәи кесе йомала республикала сиреналар ҡысҡырасаҡ.

Юҡ, был хәүеф сигналы түгел, ә тикшереү генә. Бөгөн баш ҡаланың Дим, Октябрь, Калинин, Орджоникидзе райондарында өс секундлап ҡына тауыш көсәйткестәр, сирена аша хәбәр итеү системаларын тикшереү башланды. Системалар 9.30 һәм 16.30 сәғәт арауығында сиратлап тоҡандырыласаҡ.

22 августа 10.30-ҙан 16.00 сәғәткәсә Ленин, Киров, Совет райондарында һәм республика буйынса электросиреналар тикшереләсәк.

Ысын хәүеф булған осраҡта (Аллам һаҡлаһын!) сигнал 5 минутҡаса һуҙыла.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға