«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алкоголдән ҡайҙа күберәк ағыуланғандар?



20.08.2019 Алкоголдән ҡайҙа күберәк ағыуланғандар?

Республиканың Роспотребнадзор идаралығы белгестәре ошо йылдың ете айында алкоголдән ағыуланыусылар һаны буйынса алда торған төбәктәрҙе асыҡланы.

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, түбәндәге район һәм ҡалаларҙа ағыуланыу күрһәткесе уртаса республика күрһәткестәренән шунса тапҡырға юғарыраҡ: Дүртөйлө районында, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында - 3-3,5, Дүртөйлө ҡалаһында, Ауырғазы һәм Тәтешле райондарында - 1,7-2, Өфө, Октябрьский, Туймазы, Бәләбәй, Баймаҡ, Күмертау, Сибай ҡалаларында һәм Өфө, Ҡалтасы, Стәрлебаш, Туймазы райондарында 1,1-1,5 тапҡырға.

Быйыл йыл башынан һигеҙ баланың иҫерткес эсеп ағыуланыуы осрағы теркәлгән. Стәрлетамаҡта ғына ла 8 - 14 йәштәге биш бала. Бөрөлә, Нефтекамала, Мишкә районында 13 йәштәр тирәһендәге берәр бала алкоголь ҡулланып ағыуланған.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға