«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Оҙаҡламай Ҡытайҙа донъя баскетболсылары йыйыласаҡ



19.08.2019 Оҙаҡламай Ҡытайҙа донъя баскетболсылары йыйыласаҡ

Рәсәй йыйылма командаһы баскетболсылары оҙаҡламай башланасаҡ донъя кубогы турниры алдынан Финляндия командаһы менән дуҫтарса осрашыу уҙғарҙы.
Беҙҙекеләр уларҙы 81:67 иҫәбенә отто. Быға тиклем улар ошо уҡ ярышта ҡатнашҡан Литва баскетболсыларына 72:88 иҫәбенә еңелгәйне.
Донъя кубогының уйындары Ҡытайҙа 31 августан 15 сентябргә тиклем буласаҡ. Рәсәй командаһы төркөм осрашыуҙарында Аргентина, Көньяҡ Корея һәм Нигерия уйынсылары менән уйнаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға