«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаһы 1-се класҡа барған ата-әсәләр иғтибарына!



19.08.2019 Балаһы 1-се класҡа барған ата-әсәләр иғтибарына!

Балам уҡырға барҙы, тимәк, ҙурайҙы, тип уйламағыҙ, ата-әсәйҙәр. Роспотребнадзор бер нәмәне иҫегеҙгә төшөрә.

Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Роспотребнадзор) белгестәре 1-се класс уҡыусыһының көн тәртибенә көндөҙгө йоҡоно мотлаҡ индерергә кәңәш итә.

Йоҡо баланың эшкә һәләтлелеген һаҡлай. Ғөмүмән, башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың һәммәһенә лә көндөҙгө йоҡо ҡамасауламаҫ ине. Бала түгел, көн оҙоно өлкән кеше арый.

Роспотребнадзор шулай уҡ уҡыусыларҙың көн тәртибенә "ижтимағи-файҙалы хеҙмәт"те, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүҙе, физкультура сараларында ҡатнашыуҙы ла индерергә тәҡдим итә. Төнгө йоҡо ла нормала булырға тейеш.

Өлкәндәр, балаларығыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлағыҙ, тейешенсә тәрбиә бирегеҙ һәм, әлбиттә, үҙегеҙ өлгө күрһәтегеҙ, ти белгестәр.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға