«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шуны аша һәм...



18.08.2019 Шуны аша һәм...

Ҡарап тороуға бигүк тәмле һымаҡ та түгел ул, әммә файҙаһын уйлағанда ашарға мөмкин.

Беҙ уның ағына өйрәнгәнбеҙ. Оҙонсаһын йә ярылмағанын һайлап алабыҙ. Һүҙ дөгө хаҡында.

Белгестәр әйтеүенсә, ҡыҙыл дөгө организмдағы холестерин кимәлен төшөрә икән.

Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡыҙыл (дрожжевой рис тип әйтәләр) дөгөнө даими ҡулланыу яман холестеринды ғына кәметмәй, ә ҡан тамырҙары стенаһына йәбешкән майҙарҙы ла юҡ итә, шәкәрҙе әҙәйтә, ҡан йөрөшө системаһын нығыта.

Дөгө диетаһы һөҙөмтәлерәк булһын өсөн физик нагрузканы ла күбәйтеңкерәргә кәрәк икән. Эшләйһең, эшләйһең дә (физик эш яҡшы ул ни тиһәң дә) дөгө ашайһыңдыр инде.








Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға