«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сербия тенниссыһы Медведевты маҡтаны



18.08.2019 Сербия тенниссыһы Медведевты маҡтаны

Донъяның билдәле тенниссыһы Новак Джокович Рәсәй тенниссыһы Даниил Медведевтан еңелгәс, уның өмөтлө киләсәгенә ышанып, һоҡланыуын йәшермәне.
- Медведев һуңғы арала уйынын рәтләп, көслө подачаһы менән хайран ҡалдыра. Әгәр шундай тиҙлек менән барһа, оҙаҡламай ул иң көслө тенниссы буласаҡ. Ул мине лайыҡлы рәүештә еңде.
Рәсәй спортсыһы Цинциннатиҙа барған “Мастерс” турнирында Джоковичты алдырып, финалға сыҡҡайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға