«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөт эсергә килегеҙ. Бушлай...



18.08.2019 Һөт эсергә килегеҙ. Бушлай...

Юҡ-юҡта шулай халыҡты ҡыуандырып торалар. Бушҡа әйбер таратып, тием.

Бына нисәмә йыл инде беҙ "Һөт иле" фестиваленә килеп, бушҡа рәхәтләнеп һөт эсәбеҙ. Быйыл сара 24 августа уҙа. Үткән йыл фестивалдә 54 меңләп кеше булып киткән. Улар 11 тонна һөт эскән. Быйыл тағы рекорд ҡуйырға ниәт бар икән. Ярай, ярҙам итешербеҙ.

Салауат майҙаны гөрләп торасаҡ - быныһы бәхәсһеҙ. Күп төрлө сара әҙерләнгән. Йәрминкәнән тыш, Һөт ЗАГС-ы эшләйәсәк. Уныһы нимә икәнен һис тә төшөнә алмайыраҡ торабыҙ. Сюрпризмылыр, әллә яңы КРС ғаиләһе теркәләсәкмелер?..
Йәнә лә аттракциондар, фудкорт, сыр яһаусылар конкурсы кеүектәр ҡыҙыҡтырыр. Иң мөһиме - бер стакан сифатлы ғына һөт эсеп ҡайтырға мөмкинлек бар. Бер стакан, тип, сосораҡ булһағыҙ, бәлки, күберәк тә эләгер.

Үткән йылдарҙағы фестивалдәрҙән үткер әбейҙәр бушлай таратылған бер стакан һөттө өс литрлы банкаға йыйып алып ҡайтып киткәне лә ишетелгәйне әле.

"Һөткә юл бир!" ("Дорогу молоку!") тигән автоуҙыш та күҙалланған. Бында Рәсәйҙән генә түгел, ә Канада, Италия, Англия, Белоруссиянан да ҡунаҡтар көтөлә. 19 августа стартҡа сығалар ҙа, тап фестиваль көндө беҙгә килеп етәләр.








Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға