«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Светлана Кузнецова икенсе ракетканы еңде



17.08.2019 Светлана Кузнецова икенсе ракетканы еңде

Рәсәй тенниссыһы Светлана Кузнецова Цинциннатиҙа (АҠШ) барған “Мастерс” турнирында донъя рейтингы буйынса икенсе урында торған Эшли Бартины еңеп, финалға сыҡты.
Донъя рейтингы буйынса 153-сө урында торған Кузнецова быға тиклем ошо уҡ турнирҙың сирекфиналында өсөнсө ракетка Королина Плишкованы өс партияла (3:6, 7:6, 6:3) отҡайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: 34 йәшлек Рәсәй спортсыһы Плишковаға инде еңеләм тигәндә, икенсе партияны ҡотҡарып ҡала һәм һуңғыһында еңеүҙе ҡулынан ысҡындырмай.
Ғөмүмән, Светлана һуңғы ваҡытта әллә ни уңышҡа ҡаҙана алмай, рейтингыһын юғалта. Һуңғы тапҡыр тик 2018 йылда ғына бер турнирҙа еңеүсе булғайны. Ә инде үҙенең карьераһында 17 турнирҙа еңеүсе булып, ике тапҡыр Ҙур шлем бәйгеһендә (2004, 2009 йылдар) уңышҡа ҡаҙана.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға