«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күренекле йырсы Мөслим Магомаевты иҫкә төшөрәйек, иптәштәр



17.08.2019 Күренекле йырсы Мөслим Магомаевты иҫкә төшөрәйек, иптәштәр

Совет, әзербайджан, Рәсәй опера һәм эстрада йырсыһы, композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы Мөслим Магомаев 1942 йылдың 17 авгусында тыуған.

1962 йылдағы Кремль съездар һарайындағы концерт мәлендә ул бар Союзға билдәле була. Артист опера һәм эстрада жанрҙарында уңышлы сығыш яһай. Сағыу, яңғырауыҡлы баритон тауышынан тыш, уның төҫ-ҡиәфәте сәхнә өсөн бик уңышлы тап килгән. 600-ҙән ашыу йырҙы башҡарған, егермегә яҡынын үҙе яҙған, бер нисә фильмда уйнаған.

Мөслим Магомаев 2008 йылдың 25 октябрендә 66 йәшендә йөрәктең ишемия ауырыуынан мәрхүм булған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға