«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоштар самолеттарға дуҫ түгел



17.08.2019 Ҡоштар самолеттарға дуҫ түгел

Ҡоштар самолеттарға дуҫ түгелМәскәү – Өфө самолеты алғы тәҙрәһенә ҡоштар бәрелеүе арҡаһында кире аэропортҡа ҡайтырға мәжбүр булған

«Һауа судноһы имен-һау ергә төшкән. Авиакомпания самолетты алмаштыра. Өфөгә осош Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 4-се 30 минутҡа билдәләнгән», - тип белдерҙе Utair вәкилдәре.

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә «Урал һауа юлдары» авиакомпанияһының самолеты двигателенә ҡоштар бәрелеүе сәбәпле ашығыс рәүештә кукуруз баҫыуына ултырған. Пилоттарҙың оҫта эш итеүе арҡаһында бөтә пассажирҙар ҙа иҫән-һау.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға