«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Круговойға ЦСКА менән "Зенит" командалары дәғүә итә



16.08.2019 Круговойға ЦСКА менән "Зенит" командалары дәғүә итә

Былтыр “Зенит” футбол мәктәбенән “Өфө” командаһына күсеп килгән һаҡсы Данил Круговой ҡайҙа барырға белмәй йонсой.
Сөнки уны “Зенит” менән ЦСКА клубтары үҙендә күрергә теләй. Круговой беҙҙекеләр менән 2022 йылға тиклем килешеү төҙөгәйне. Хәҙер килеп үҙәк командалар етәкселеге уның ярҙамына мохтаж булып киттеләр. Уны башта 2 миллион евроға тиңләһәләр, хәҙер хаҡы 700 мең евроға төшкән.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға