«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡъярҙың йәштәре өсөн парк төҙөлә



16.08.2019 Аҡъярҙың йәштәре өсөн парк төҙөлә

Сәлимә Байгилдина-Ғафарова хәбәр итте:

Хәйбулла районының район үҙәге Аҡъяр һуңғы йылдарҙа йылдам үҫә. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә айырым биҫтә барлыҡҡа килде. Бында 25-ләп урам иҫәпләнә. Быйыл унда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса парк төҙөлә башланы.

Эш тәү сиратта спорт майҙансыҡтарын төҙөүҙән башланды. Бөгөнгә яһалма резиналы ҡаплам түшәлгән баскетбол, волейбол майҙансыҡтары тулыһынса әҙер.

Ә паркты уратып йәйәүлеләр, велосипедсылар өсөн 5 километрлыҡ асфальт юл, футбол майҙансығы төҙөлөү өҫтөндә. Спорт объекттарын тапшырыуҙы быйыл 3 квартал аҙағында тамамларға ниәтләйҙәр.

Башлыса йәштәр йәшәгән биҫтәлә хәҙерге заман талаптарына тулыһынса яуап биргән спорт майҙансығы бик мөһим объект булып тора. Уҡыусылар ҙа, яҡын тирәлә йәшәгәндәр ҙә йыл әйләнәһенә килеп шөғөлләнә аласаҡ.

Паркты төҙөкләндереү алдағы йылда ла дауам итәсәк . Бында кескәйҙәр өсөн уйын майҙансығын төҙөү, ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләр ултыртыу, эскәмйәләр ҡуйыу планлаштырыла.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға