«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Федерер Рублевтан хайран ҡалған...



16.08.2019 Федерер Рублевтан хайран ҡалған...

Донъяның билдәле тенниссыһы Роджер Федерер Цинциннатиҙа барған турнирҙа Рәсәй спортсыһы Андрей Рублевтан еңелгәс, уны маҡтап телгә алды.
«Мин унан хайран ҡалдым. Бар йәһәттән дә өлгәрөп, миңә уйнарға форсат бирмәне. Әгәр былай уйнаһа, уның киләсәге бик өмөтлө», - тине ул осрашыуҙан һуң..
38 йәшлек Швейцария спортсыһы үҙ карьераһында Ҙур шлем турнирҙарының 20-ндә, Австралия турнирында – 6, Францияла – 1, Уимблдонда – 8 һәм АҠШ-тағы турнирҙа 5 тапҡыр еңеүсе булып таныла. Унан тыш та төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә күп тапҡыр юғары һөҙөмтәгә өлгәшә.
Беҙҙең 21 йәшлек Рублев иһә, әлегә бер генә турнирҙа еңеүсе булған.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға