«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемгә өҫтәмә 14 көн ял тейеш?



16.08.2019 Кемгә өҫтәмә 14 көн ял тейеш?

Бер нисә ай элек эшләүселәргә диспансер тикшереүе үтер өсөн бер көн ял һымаҡ итеп өҫтәгәйнеләр, хәҙер тағы ла бер төркөм гражданға ике аҙна бирелә.

Был 14 көн түләүле отпуск буласаҡ.

Һүҙ техноген һәләкәттәр, катастрофалар, ядро ҡоралын һынау ваҡытында радиацияға, нурланышҡа дусар булыусылар тураһында.

БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Документты дәүләт теркәүе үткәреү өсөн БР Юстиция буйынса дәүләт комитетына ебәрергә кәрәк.




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға