«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Александр Овечкин КХЛ-ға ҡайтмаҡсы



16.08.2019 Александр Овечкин КХЛ-ға ҡайтмаҡсы

НХЛ-дың “Вашингтон” клубында 2005 йылдан алып сығыш яһаусы билдәле һөжүмсе Александр Овечкин киләсәктә КХЛ-ға ҡайтыуы хаҡында белдергән.
33 йәшлек хоккейсының командаһы менән 2021 йылда килешеүе тамамлана. Ул әйтеүенсә, әгәр һаулығы етеп үҙен яҡшы тойһа, мотлаҡ Рәсәйгә ҡайтасаҡ. Овечкин беҙҙә “Динамо” (Мәскәү) клубында ғына уйнай.
НХЛ-да ул төрлө ваҡытта сығыш яһаған Рәсәй уйынсылары араһында бар рекордтарҙы яңыртып, иң уңышлыларынан һанала. 2018 йылда командаһы составында Стэнли кубогын яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға