«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сират “Спартак” командаһына етте



16.08.2019 Сират “Спартак” командаһына етте

Европа лигаһының өсөнсө квалификацион осрашыуында “Спартак” командаһы Швейцарияның “Тун” футболсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса киләһе раундҡа сыҡты.
Кубоктың төркөм осрашыуына элөгер өсөн улар киләһе плей-офф бәйгеһендә Португалияның “Брага” клубы менән уйнаясаҡ.
Португалия тигәндән, быға тиклем беҙҙең “Краснодар” уйынсылары Чемпиондар лигаһының квалификацион осрашыуында билдәле “Порту” командаһын төшөрөп ҡалдырғайны. Сират “Спартак”ка калды...





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға