«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Салауат Юлаев» яңы формаһы менән таныштырасаҡ



15.08.2019 «Салауат Юлаев» яңы формаһы менән таныштырасаҡ

Ике аҙананан башланасаҡ хоккей буйынса КХЛ беренселегенең яңы миҙгелен «Салауат Юлаев» командаһы яңы формала башлаясаҡ.
Алмаштырғыһыҙ йәшел төҫөбөҙ төп биҙәк булып, ундағы ҡайһы бер элементтар ғына үҙгәргән. Әйтәйек, «Өфө» һүҙе беләк тирәһенә күсһә, республикабыҙҙың флагы яурын башында урын алған.
Көйәрмәндәрҙе форма менән 22 август таныштырасаҡтар.
Белеүегеҙсә, юлаевсылар миҙгелде ситтәге өс осрашыу менән башлаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға