«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҫыуҙа - самолет?!



15.08.2019 Баҫыуҙа - самолет?!

Бөгөн иртән "Урал авиалиниялары"ның 321-се Аэробусы Мәскәү янындағы кукуруз баҫыуына төшкән.

Дөрөҫөрәге, мәжбүр булған. Пассажирҙарҙан берәү ҙә зыянланмаған. Самолет Мәскәү - Симферополь рейсы буйынса юлға сыҡҡан булған.

Баҫыу уртаһына төшкән һауа транспорты янына шундуҡ бөтә кәрәкле хеҙмәттәр килгән. Халыҡты урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.

Экстрен ултырыу сәбәбе: ҡоштар бик күп эләккәнлектән, аэробустың двигателдәре янып киткән.

226 кеше ғүмерен ҡотҡарыусы пилоттар: Дамир Йосопов менән Георгий Мурзаев.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға