«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Мәҙәниәт" милли проекты ауылдарҙы гөрләтәсәк



15.08.2019 "Мәҙәниәт" милли проекты ауылдарҙы гөрләтәсәк

29 миллион һумға мәҙәниәт йортон ремонтлап буламы? Була, әлбиттә.

Башҡортостандың Миәкә районында Мәҙәнитә йорто капиталь ремонтлана. Эштәр "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" төбәк проектына ярашлы бара.

Был ноябрҙә үк халыҡ яңы бинаға киләсәк.

Миәкә район мәҙәниәт йорто бинаһы 1983 йылда төҙөлгән. Шунан алып капиталь ремонт булмаған. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, әлеге ремонтҡа тәүҙә - 16, һуңынан 13 миллион һум бүленгән.

2024 йылға республикала тағы бер мәҙәниәт йортон капиталь ремонтларға һәм ауылда 26 мәҙәни-ял учреждениеһы төҙөргә күҙаллайҙар.

"Мәҙәниәт" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса эшләнгән һәм үҙ эсенә өс проектты ала: "Мәҙәни мөхит", "Ижад кешеләре", "Цифрлы мәҙәниәт".

Быларҙың һәммәһенең дә һөҙөмтәһен тиҙерәк күрге килә.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға