«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Футбол «йондоҙ»ҙары Рәсәйгә ынтыла башланы



14.08.2019 Футбол «йондоҙ»ҙары Рәсәйгә ынтыла башланы

Футбол буйынса Франция йыйылма командаһының элекке ярымһаҡсыһы Франк Рибери эшһеҙ ҡалып, беҙҙең «Локомотив» клубына юлланмаҡсы.
Ул быға тиклем һуңғы ун миҙгелен Германияның «Бавария» командаһында уҙғарып, улар составында 425 осрашыу уҙғара, 124 гол индерә һәм 182-ндә уға булышлыҡ итә. Шулай уҡ 34 йәшлек футболсы менән Италияның «Фиорентина» етәкселеге лә ҡыҙыҡһына ине. Тик футболсы яңы команда менән ике йылға килешеү төҙөп, йылына 8 миллион евро аҡса һорағас, тегеләр унан баш тартҡан. Уның менән «Локомотив» һәм «Галатасарай» клубтары ла ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Әлегә һөйләшеүҙәр бара имеш. Тик тимер юлсыларҙың етәкселеге ул хәтлем аҡсаһын уға сығарып биргеһе килмәй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға