«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Фән" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда яңы ғилми үҙәк төҙөлөүе ихтимал



14.08.2019 "Фән" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда яңы ғилми үҙәк төҙөлөүе ихтимал

Республикабыҙ етди конкурста ҡатнаша. Ул фәнде үҫтереүгә арнала.

"Фән" милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәге булдырыу өсөн конкурста ҡатнаша. Документтарҙы быйыл өсөнсө кварталда бирергә кәрәк. Әгәр ғаризаны хуплаһалар, тәүге үҙәктәр йыл башында уҡ барлыҡҡа киләсәк.

Беҙҙә ул ғилми үҙәктәрҙең углеводород табыуҙа һәм эшкәртеүҙә ҡулланылған цифрлы технологияларға бәйле булыуы ихтимал.

- Мы предлагаем несколько вариантов для того, чтобы выбрать то, что может быть реализовано в республике. Один из них связан с цифровыми технологиями при добыче и разработке углеводородов, — отметил Альфис Гаязов. — Второе направление касается создания высокотехнологичной персонифицированной медицины, которая позволит повысить уровень оказываемой медпомощи. И последний, третий вариант связан с созданием перспективных силовых установок летательных аппаратов и наземных энергосистем. Так называемых, гибридных двигателей.

"Фән" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға республика федераль бюджеттан һәм бюджеттыҡы булмаған сығанаҡтарҙан 2,5 миллиард һум аҡса алырға ниәтләй.

Милли проект биш йылға иҫәпләнгән.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға