«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кравчуктың алмашы үҫә



13.08.2019 Кравчуктың алмашы үҫә

«Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Александр Пашин Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе булып ҡайтты.
Улар Глинки/Гретцки кубогы ярышында еңеүсе булдылар. Элекке һаҡсы, «Салауат Юлаев» командаһында тренер булып эшләгән Андрей Зюзин уны маҡтап телгә алды. Ул әйтеүенсә, талантлы малайҙы үҫтерергә кәрәк. Әгәр үҙ өҫтөндә ялҡауы килмәй эшләһә, киләсәктә беҙ тағы бер Рәсәй «йондоҙсоғо» балҡыуын күрәсәкбеҙ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға