«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙә миллиардерҙар һаны артҡан



13.08.2019 Беҙҙә миллиардерҙар һаны артҡан

2018 йыл өсөн төҙөлгән һалым декларациялары һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда нисә миллиардер булыуы асыҡланған, беләһегеҙме?

Эйе, ул беҙгә, ябай кешегә, кәрәк тә түгел. Шулай ҙа ҡаҙнаға күп аҡса индерәләр бит, тип ҡыуанған булайыҡ.

Беҙҙә ун миллиардер бар. 2017 йылғы һөҙөмтәләр буйынса етәү булған.

Декларацияларға ярашлы, физик шәхестәрҙең бюджетҡа күсерә торған һалымы суммаһы 72 миллиондан ашты, тип хәбәр итәләр республиканың Һалым инспекцияһынан. 2017 йылғы миллиардерҙарҙан бер миллион һумдан ашыу һалым алынған. Күрәһегеҙ, 2018 йыл байҙарының һалымы ла нисауа ғына суммала.

Әлбиттә, кемдең миллиардер икәнен беҙ белмәйәсәкбеҙ. Бәлки, һеҙҙең берәй күршелер ҙә әле. Йәки беҙҙең бюджетниктар күпләп йәшәгән Шамонинда ла барҙарҙыр? Шым ғына эшләп, аҡсаһын тейешле кешеләр, тейешле органдар менән бүлешеп, илгә файҙа килтереп яталарҙыр. Бәлки, сит илдә йорттары ла юҡтыр әле...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға