«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Матай"ығыҙ булдымы?



11.08.2019 "Матай"ығыҙ булдымы?

"Матай"ығыҙ булдымы?Ауыл тормошон мотоциклһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Әле генә ул еңел автомобиль һатып алыу анһат, ә элек ҡул аҫты транспорты тип "матай"ҙар һаналды.

Бесәнгә, мал эҙләргә, балыҡҡа, клубҡа, магазинға, ауыл араһында йөрөү өсөн мотоцикл бик ҡулайлы.

Совет мәлендә илебеҙҙә мотоцикл-мотороллерҙары күпләп етештерелгән. "Иж", "Урал", "Днепр", "Сова", "Минск", "Восход", "Ковровец", "Тулица", "Муравей" исемдәрен йөрөткән.
Иң "текә" мотоцикл тип чех "Ява"һы һаналған.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға