«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ейәнсура районының Сөләймән ауылында урынлашҡан "Ал елкән" лагерында янғын теркәлде.



11.08.2019 Ейәнсура районының Сөләймән ауылында урынлашҡан "Ал елкән" лагерында янғын теркәлде.

Ейәнсура районының Сөләймән ауылында урынлашҡан "Ал елкән" лагерында янғын теркәлде.Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул аш-һыу блогынан сыҡҡан. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.

Быйыл бында "Йәйләү" лагеры эшләне. Бәхеткә күрә, кесе йома көнө уның ябылыу тантанаһы булып, ял итеүсе балалар өйҙәренә таралышҡайны.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға