«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Блендерҙан һаҡ булығыҙ!



10.08.2019 Блендерҙан һаҡ булығыҙ!

Блендерҙан һаҡ булығыҙ!Кисә, 9 августа, Өфөлә бик алама хәл теркәлде. Бер ҡыҙ блендер менән ашамлыҡ ваҡлаған саҡта ныҡ йәрәхәтләнгән.

Ул эште тамамлағас аппаратты электрҙан һүндермәгән. Бер ҡулы менән бысаҡтарҙы таҙартҡан мәлдә аңғармаҫтан ҡабыҙыу төрткөһөнә баҫҡан да ҡуйған. Мотор эшләп киткән, бысаҡтар өйрөлөп китеп, бармаҡты эләктереп ҡыҫҡан.

Ауыртынынан иҫен юйыр хәлгә еткән ҡыҙ нисектер ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Улары килеп, бармаҡты гидравлик яйланма менән ысҡындырған. Ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар.

Миксер, блендер, ит турағыстар бик хәүефле - уларҙы аңғармаҫтан ҡабыҙып бәләгә ҡалырға мөмкин. Йыуыу, насадка алмаштырыу, таҙартыу алдынан электр селтәренән ысҡындырығыҙ һәм һүтегеҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға