«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әлфинә - донъя беренселегендә!



10.08.2019 Әлфинә - донъя беренселегендә!

О, беҙҙекеләр еңеү артынан еңеү яулай!

Учалы ҡалаһының 1-се һанлы башҡорт лицейы уҡыусыһы Әлфинә Фәхретдинова билбау көрәше буйынса донъя беренселегендә 2002-2004 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында 2-се урын алды!

Ярыштар Үзбәкстандың Алмалыҡ ҡалаһында бара. Әлфинәнең тренеры билдәле урыҫ башҡорто - Александр Шумков!

Еңеүсе ҡыҙҙың тамырҙары - Наурыз ауылынан.

Бөгөн тағы бәйге дауам итәсәк. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға