«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Пробирка бәпестәре" тыуасаҡ



09.08.2019 "Пробирка бәпестәре" тыуасаҡ

Башҡортостандың 2000-дән ашыу ҡатыны ЭКО ярҙамында әсә буласаҡ.

"Демография" милли проектына ярашлы, быйыл ЭКО (экстракорпораль, йәғни яһалма аталандырыу) операцияһы өсөн 246 миллион һум бүленә. Һәм ауырға ҡала алмай йөрөгән ҡатын-ҡыҙ был мөмкинлектән бушлай файҙалана аласаҡ.

Әле ярты йылда 1099 яһалма аталандырыу үткәрелгән, быға 145 миллион һум аҡса тотонолған.

План буйынса, медиктар ошо йылда 2025 ҡатынға әсә булырға ярҙам итергә тейеш.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға