«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өфө” командаһы “Спартак” тәрбиәләнеүселәренә күҙен һалды



09.08.2019 “Өфө” командаһы “Спартак” тәрбиәләнеүселәренә күҙен һалды

“Өфө” футбол командаһы “Спартак”тың йәш уйынсылары менән тулыланды.
Быға тиклем һаҡсы Тургай Мохбалиевты үҙенә йәлеп итһә, яңыраҡ 19 йәшлек ярымһаҡсы Кирилл Фольмерға күҙен һалды. Ул әлеге ваҡытта “Спартак-2” клубында сығыш яһай ине. Мохбалиев тигәндән, ул әлеге ваҡытта Испанияла, Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашып финалға барып етте. Бөгөн төп уйында турнир хужалары менән уйнаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға