«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шараповаға китергә ваҡыт…



11.08.2019 Шараповаға китергә ваҡыт…

Донъяның билдәле тенниссыһы, Рәсәй спортсыһы Мария Шарапованың уңышлы карьераһына нөктә ҡуйыу ваҡыты етеп килә, буғай.

Ул 2016 йылда допинг менән булған ғауғанан һуң, үҙ уйынын таба алмай, турнирҙан-турнирға аҫҡа тәгәрәй бара. Әле яңыраҡ Канадала бер кемгә билдәһеҙ Эстония тенниссыһы Анетт Контавейтҡа өс партияла бирелеп, беренсе әйләнештән үк төшөп ҡалды. Быға тиклем дә ҡатнашҡан турнирҙарҙа өс әйләнештән ары уҙғаны булмай.

Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең спортсыбыҙ һуңғы йылда донъя ҡатын-ҡыҙ тенниссылары араһында килем буйынса юғары етенсе урынды биләй. Ул бер йылда ете миллион долларға байыған. Бер миллион долларҙы турнирҙарҙа ҡатнашып эшләһә, ҡалған алтыһын килешеү буйынса бағыусылары түләгән.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға