«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Спартак» футболсылары «Тун» командаһын еңеп, Рәсәйгә тәүгә еңеү килтерҙе



09.08.2019 «Спартак» футболсылары «Тун» командаһын еңеп, Рәсәйгә тәүгә еңеү килтерҙе

Футбол буйынса Европа лигаһының квалификацион уйндары дауам итә.
Мәскәүҙең «Спартак» командаһы Швейцарияла урындағы «Тун» клубы менән беренсе осрашыуын уҙғарҙы. Беҙҙең уйынсылар хужаларҙы 3:2 иҫәбенә еңеп, ниһайәт Рәсәй командалары араһынан тәүгә еңеү яуланы. Сөнки быға тиклем «Арсенал» ике уйын һөҙөмтәһе буйынса «Нефтчи» футболсыларына отолоп, бәйгенән төшөп ҡалһа, «Краснодар» иһә беренсе уйында «Порту»ға 1:0 иҫәбенә бирелеп, әлегә әҙме-күпме өмөтөн юғалтмаған.
Әгәр «Спартак» командаһы «Тун»ды үтә ҡалһа, сираттағы турҙа «Брондбю» (Дания) – «Брага» (Португалия) клубтары араһындағы еңеүсе менән осрашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға