«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элек егеттәр ниңә космонавт булырға хыялланған икән?..



08.08.2019 Элек егеттәр ниңә космонавт булырға хыялланған икән?..

Беҙҙә кешенең аҡсаһын һанарға яраталар. Бына, космонавтың эш хаҡын да иҫәпләгәндәр. Һи-и, Аллаҡайғынам! Шул аҡсаны алам, тип, әллә ҡайҙағы йыһанға оссо әле. Нимә, романтика артынанмы икән?

Был шаяртыу булды, әлбиттә. Төрлө ҡушылма-өҫтәмәне һанамағанда, Рәсәй йыһангиры айына 63,8 мең һум аҡса алып эшләй. Эшләй, тип ни, балта-көрәк күтәрмәй, хатта портфель дә ҡосаҡлап йөрөмәй - осто-китте...

Космонавлыҡҡа кандидат 60,9 мең һум алһа, инструкторҙыҡы күберәк - 88,45 мең һум. Әгәр ҙә йыһанға осоп ҡайтһа, аҡсаһы бермә-бер арта, оклады 70 000 һумға етә яҙа.

Бер осоштан пенсияға тиклем окладҡа 55 процент өҫтәлә. Ике осош - 75, өс осош 120 процент. 13-сө зарплатаны, башҡа премия-фәләнде иҫәпләһәң, арыу ғына килеп сыға, шикелле. Шунда бер әсе теллеһе әйткән, "барыбер депутаттарҙыҡына етмәй..."

Уның ҡарауы, исеме генә ни тора - йыһангир!

Әйткәндәй, беҙҙә космонавтар әллә ни күп түгел. Отрядта 25 кеше. Тағы 8 кандидат әҙерлек үтә.

Егеттәр, ниңә хәҙер космонавт булырға теләүселәр әҙ ул? Слабо?!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға