«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәйге ялдар тамам



08.08.2019 Йәйге ялдар тамам

Бөгөн Мәжит Ғафури исмемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары йәйге ялдан һуң эш башланы.

Быйыл уларҙы оло ваҡиға - театрҙың 100 йыллыҡ юбилейы көтә. Тимәк, ижад миҙгеле бик ҡыҙыу буласаҡ. Иртәгәнән артистар, юбилей саралары менән бер рәттән премьераларға әҙерләнә башлай. 8 октябрҙә сәхнәгә Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" комедияһы сәхнәгә сыға. Артабан, Айрат Абушахманов бик үҙенсәлекле "Гөлбостан" спектаклен тамашасыларға тәҡдим итергә йыйына.

Бынан тыш көҙ айҙарында театр Ҡаҙағстанда һәм Санкт-Петербург, Грозный, Ижау, Ырымбур, Икутск, Ульяновск ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандың халыҡ артистары Хөрмәтулла Үтәшев менән Муллаян Һөйәрғолов юбилей кисәләренә әҙерлек башлай. Театрҙың баш режиссеры шулай уҡ академтеатр артистары менән бергә яңы сериал төшөрөргә теләк белдерҙе.

Театрҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы татнтана 4 декабрҙә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтәсәк. Сөнки академтеатр бинаһы октябрь айынан ремонтҡа ябыла.



Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға