«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Чаловтың хаҡы 12 миллион долларға артты



08.08.2019 Чаловтың хаҡы 12 миллион долларға артты

Рәсәйҙең ЦСКА клубында уйнап йәрәгән һөжүмсе Федор Чаловты Англияның «Кристал Пэлас» командаһы 15 миллион долларға һатып алмаҡсы булғайны.
Тик әрме етәкселеге ул хаҡҡа килешмәй, улар менән һәйләшеүҙән баш тартты. Әле яңыраҡ «Кристал Пэлас» командаһы, 21 йәшлек футболсыны үҙендә күрер өсөн уның хаҡын күпкә арттырып, 27 миллион долларын сығарып һалырға булды.
Әлеге ваҡытта Чаловтың ЦСКА менән 2022 йылға тиклем килешеүе бар.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға