«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 6 август



07.08.2019 Юл фажиғәләре - 6 август

Кисә, 6 август көнө, республика юлдарында 20 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 20 кеше яралар алған.

Төн уртаһында Нефтекамск ҡалаһы янында ғына 52 йәшлек водитель "Лада Нива"ла юл буйлап китеп барған 26 йәшлек ҡатынды төкөгән. Ҡатын Яңауыл районыныҡы. Алған йәрәхәттәрҙән ул шунда уҡ йән биргән.

Көндөҙ Көйөргәҙе районында 35 йәшлек ҡатын машинанан сыҡҡанда "ручник"ты ҡуйырға онотҡан, ахыры, сөнки автомобиль ҡуҙғалып китеп, уның өс йәшлек улын тапаған. Бала - дауаханала.

Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 40 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға