«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡтарға күкрәк һуғырға форсат!



07.08.2019 Баймаҡтарға күкрәк һуғырға форсат!

Белорет районында полиция хеҙмәткәрҙәре араһында йәйге биатлон буйынса ярыштар үтте.

Төбәк ярыштарында Межгорье, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Ейәнсура, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр райондары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты, тип Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге хәбәр итә.

1500 метрға йүгереп, ике ут нөктәһендә Макаров пистолетынан атҡан мәргән йүгеректәр араһында беренсе урынды Баймаҡ районы командаһы яуланы. Әбйәлилдәр - икенсе, Сибайҙыҡылар өсөнсө урын алды.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң мәргәне тип Баймаҡтан майор Юлиә Шаһимуллина, 35 йәшкәсә ир-егеттәр араһында - Ейәнсуранан полиция лейтенанты Рәмзил Ғөбәйҙуллин, 35-39 йәшлектәр араһында - майор Рәфил Буранбаев (Баймаҡ районы), 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында - капитан Айҙар Яҡшығолов (Баймаҡ районы) танылды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға