«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Головин бөгөн «Барселона», йә «Реал»ға ла бармаҫ ине...



07.08.2019 Головин бөгөн «Барселона», йә «Реал»ға ла бармаҫ ине...

Былтыр Францияның «Монако» клубы менән килешеү төҙөгән Рәсәй йыйылма командаһы ярымһаҡсыһы Александр Головин уңышлы ғына уйнап китеп, етәкселектең ризалығын алды.
Футболсы әйтмешләй, әгәр ошо ваҡытта «Барселона», йә «Реал» командалары уны саҡырыр булһа, ул уларҙан баш тартыр ине. Сөнки «Монако»ла ул, барыһына ла ҡәнәғәт. Уҙған миҙгел беҙҙең футболсы командаһы өсөн 30 осрашыуҙа ҡатнашып, өс тапҡыр гол индерә һәм кәрәкле мәлдәрҙә уңыш өсөн тос өлөш индәрә.
ЦСКА клубы Головинды «Монако»ға 30 миллион евроға һатҡан ине. Франция командаһы иһә, үҙ тарихында тәүгә шундай ҙур килешеү төҙөй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға